Янғын һүндереүселәр ҡырҙа усаҡ яҡмаҫҡа өндәй

Янғын һүндереүселәр ҡырҙа усаҡ яҡмаҫҡа өндәй 08.05.2017

Республика халҡы май байрамдарын күңелле үткәреп ҡалырға тырыша. Урманғы сығып  шешлек ҡыҙҙырыу хәҙер традицияға әйләнгән. Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу ҙур бәләгә килтереүе ихтимал. Республикала теркәлгән янғындарҙың күбеһе күңел асыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү арҡаһында барлыҡҡа килгән. Усаҡ ситкә тарала башлағанда нишләргә, уттың таралыуын нисек туҡтатырға?

Саҡ тоҡанған ялҡын телен  ауыҙлыҡлау өсөн махсус әҙерлекле янғын һүндереүсе булыу мотлаҡ түгел. Утты ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән дә һүндереү мөмкин. Иң мөһиме яуаплылыҡтан ҡурҡып ҡасып китмәҫкә, ти ҡотҡарыусылар. Күп кенә осраҡта тап шулай килеп сыға ла. Ялҡын тарала башлау менән тәртип боҙоусылар тайыу яғын ҡарай.
Ут ни тиклем ҡыҙған һайын уны тоҡандырыусы кеше һалҡын башлы булырға тейеш, ти ҡотҡарыусылар. Ялҡын тарала башлау менән сәбәләнмәй генә уны янда тотолған һыу менән һүндереп була. Әгәр һыу етмәй ҡалһа ут өҫтөнә көрәк менән  ер ырғытырға кәңәш ителә.
Шулай ҙа утты һүндереүгә ҡарағанда, уны алдан иҫкәртеү яҡшыраҡ. Янғын сығыу ҡурҡынысы көслө булған осорҙа талаптарҙы теүәл үтәү хәйерлерәк. Әле республикала ҡырҙа усаҡ яғыу бөтөнләй тыйылған.
Был осорҙа янғын һүндереүселәр көсөргәнешле эш режимына күсә. Ҡала ситтәрендә, баҡса йорттарында рейдтар уҙғарыла. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре аңлатыла, йылытыу, электр ҡорамалдары тикшерелә. Халыҡ ябай ғына ҡағиҙәләрҙе лә иңҡар итергә тейеш түгел. Юғиһә, баш ҡаланың Калинин районында ғына һуңғы арала 50-нән ашыу янғын сыҡҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку