Янғын һүндереүсе булырға хыялланған ир енәйәт юлына баҫҡан

Янғын һүндереүсе булырға хыялланған ир енәйәт юлына баҫҡан 24.11.2016

26 йәшлек водитель «тимер ат»ына ремонт яһарға мәжбүр. Төндә билдәһеҙ кеше парковкалағы биш автомобилгә ут төрткән. Ҙур янғын хаҡында зыян күреүсе иртәнсәк күршеләренән белеп ҡала. Һуңғылары янғынды тәүгеләрҙән булып күреп ҡалып һүндерә. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәбен белгестәр тиҙ асыҡлай. Бер аҙнанан һуң хоҡуҡ һағындағылар автомобиль вандалының эҙенә төшә. Ғәйепләнеүсе утыҙ йәшлек ир булып сыға, быға тиклем ул Өфө колледждарының береһендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса уҡыған була, әммә өлгәшә алмауы сәбәпле,  уҡыу йортонан ҡыуылған. Ир машиналарға ут төртөү ҡылығын алкоголгә бәйләй.
Ғәйепләнеүсегә ҡарата бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул үҙ ғәйебен таныған, автоһәүәҫкәрҙәргә зыян күләмен тулыһынса ҡайтарырға йыйына.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку