Ял көндәрендә республикала 22 янғын сыҡҡан

Ял көндәрендә республикала 22 янғын сыҡҡан 02.11.2015

Шуларҙың дүртәүһе баш ҡалала. Ут һүндереүгә барыһы 198 ҡотҡарыусы һәм 60-тан ашыу техника йәлеп ителгән.

Янғындарҙың береһе Өфөнөң Ғөбәйҙуллин урамындағы күп ҡатлы йортта сыға. Ҡотҡарыусыларға янғын менән өсөнсө ҡаттағы ике бүлмәле фатирҙа  көрәшергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта йортта йәшәүселәрҙе эвакуациялау ҙа алып барыла. Хәүефле зонанан барлығы 16 кеше, шул иҫәптән өс бала сығарыла. Янғын һүндереү хеҙмәте ялҡындың башҡа фатирҙарға таралыуына юл ҡуймай. Ут сығыу сәбәптәре әле асыҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика