Ял көндәрендә Өфөлә баш ҡала - Мәсәғүт йүнәлешендә йөрөгән пассажир микроавтобусы янды

Ял көндәрендә Өфөлә баш ҡала - Мәсәғүт йүнәлешендә йөрөгән пассажир микроавтобусы янды 15.01.2018

«Яндекс Автобус» компанияһы маршруты бер ай элек барлыҡҡа килгәйне.  Транспортҡа ут төртөү әлегә иҫбатланмаһа ла, водителдәр был осраҡты конкуренттар эше тип билдәләй. Сөнки быға тиклем Өфө-Мәсәғүт юлында йөрөгән рейстан айырмалы «Яндекс автобус»тар юл хаҡын ике-өс тапҡырға арзаныраҡ ҡуйған. Юл һыҙаты, пассажирҙар өсөн көрәшме?

Таңғы сәғәт дүрт. Ҡала үҙәгендә  пассажир микроавтобусы ҡапыл ут эсендә ҡала. Осраҡ буйынса шунда уҡ тейешле урындарға хәбәр ителә, ике янғын һүндереү машинаһы килә. Әммә ҡыҙыл әтәс һынаулы минуттар эсендә транспортты ялмап ала, зыян ике миллион ярым һумға барып баҫа. Әле транспорт эвакуацияланған, ваҡиға урынын бары янған тимер, пластмасс өйөмдәре хәтерләтә.
Сираттағы тапҡыр пассажирҙар өсөн көрәш һөҙөмтәһеме? Өфө-Мәсәғүт маршруты буйынса хәрәкәт иткән автобустарҙың береһе ошо урында янып китә.Сәбәбен берәүҙәр конкуренция менән бәйләй. Ни тиһәң дә, был автобустар халыҡты өс тапҡырға арзан хаҡҡа йөрөткән.
«Яндекс автобус» компанияһы декабрь башында эш башлай. Өфө-Ҡазан һәм Өфө-Мәсәғүт йүнәлеше буйынса маршрут асып үҙенә халыҡты арзан юл хаҡы менән йәлеп итә. Әммә эштәр көйлө генә бармай. Компания вәкилдәре әйтеүенсә, быға тиклем ул юлдарҙы тапаған эшҡыуар-водителдәр аҙым һайын тиерлек ҡайнар «сәләмен» еткереп тора. Автобус хужаһы менән бәйләнешкә инә алманыҡ. Хеҙмәттәштәре иҫбатлауынса, ул сит илдә, отпускты ла алдан хәстәрләгән булған.
Аяҡ салырға маташыу йыш күренеш. Әле беҙҙең автобус яныуҙа конкуренттарҙың ҡатнашлығы бар, тип уйлайым. Был хәл тағы ла ҡабатланмаҫ тимә. Әммә бөтә автобустарыбыҙҙың да страховкаһы бар, эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса эш алып барабыҙ.
Ә бына Өфө-Мәсәғүт юлында көн һайын йөрөгән шәхси маршрут водителе Рәфил Ғүмәров был хәлде бөтөнләй конкурентлыҡҡа бәйләмәй. Ваҡиға хаҡында ла ул бары социаль селтәрҙән белеп ҡала. Уларҙың килеүе хаҡтарға тәьҫир итмәне, хәйер, урындағы халыҡ үҙҙәренең именлеген өҫтөн күреп, барыбер беҙҙе һайлай, ти ул.
Баҙар шарттарында был осраҡ үҙенә күрә аяҡ салырға тырышыумы? Мәсьәләгә асыҡлыҡты тәфтиш комитеты индерер. Ә әлегә «Яндекс Автобус» компанияһы эшмәкәрлеген туҡтатмай. Шаршамбынан рейсҡа тағы ла страховкаланған ике автобус сығасаҡ, хаҡтары  үҙгәрешһеҙ ҡала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку