Яҙғы йырын бала ғүмерен өҙҙө

Яҙғы йырын бала ғүмерен өҙҙө 18.04.2017

Мәләүез районы Ергән ауылында алты йәшлек малай һыуҙа батып һәләк була.

Әлфиә Ғәйнуллина ике-өс минутҡа ғына алты йәшлек улын урамда яңғыҙ ҡалдырып мәңгелеккә юғалта. Тәҙрә аша күренгән йырында бала батып һәләк була. Әсә саф һауа һуларға ике улы менән бергә тышҡа сыға, бер сәғәт тирәһе йөрөгәндән һуң кинйәһенә сәй эсерәм тип өйгә ингән була.
Оло кешенең алдан иҫкәртеүе йөрәк һиҙемләүе булғандыр, моғайын. Өй тирәһендәге йырын, ысынлап та, бәлә көнө шашып-ташып аҡҡан була. Илданға ла өйҙән алыҫ китмәҫкә ҡат-ҡат әйтәләр.
Алты йәшлек Илдан тиҫтерен эҙләргә тотона, әммә тапмай. Һуңынан малайҙа урам буйлап йәйрәп аҡҡан көслө ташҡын  ҡыҙыҡһыныу уятыуы ихтимал. Тауҙан иреп төшкән ҡар һыуҙарына әүрәп киткән тиеүселәр ҙә бар.
Яҙғы йырынды йырып сығырлыҡ көсө булмай шул баланың. Фараз буйынса, малай тап ошо урында ҡолап төшә, бата башлай. Һыу кимәле  юл менән бер тигеҙ була. Малай юл аҫтынан үткән торба аша ағып сығып имгәнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ваҡытта яҡында бер кем дә булмай.
Илдандың бәләгә тарыуын иң тәүгеләрҙән булып дуҫы Егор күреп ҡала, ҡото осҡан бала олатаһы артынан йүгерә. Борис Яковлев шунда уҡ йырын янына атыла, был мәлдә малай ҡолаған урынынан йөҙ метр тирәһе ағып өлгөргән була.
Борис Яковлев, Ергән ҡасабаһында йәшәүсе:  «Һыу быға тиклем  кәртәгә тиклем килеп еткәйне. Ҡара төҫтә нимәлер йөҙөп килә ине. Кейемгә оҡшаттым. Шунда уҡ һыуға сумдым, көләпәрәһенән  күтәргәндә, бала тын алмай ине инде. Ҡоро ергә сығара һалдым, үҙем күпмелер ваҡыт һуңынан ярға менә алмай интектем».
Малайға тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә, артабан уны Салауат ҡалаһы дауаханаһына алып китәләр, әммә ҡотҡарып  өлгөрмәйҙәр.  Илдандың әсәһе әйтеүенсә, быға тиклем дә ауылда ошондай күңелһеҙ осраҡтар булғылаған.
Әлфиә Ғәйнуллина, Илдандың әсәһе: «Бер нисә йыл элек яҙғы йырынға күрше малай ҙа төшөп киткәйне, әммә ул ваҡытта уны ҡотҡарып өлгөрҙөләр. Ә минең улымды кире ҡайтарып булмай хәҙер».
Яҙғы йырында ятҡан сүп-сар ҙа балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыуы ихтимал, был ташҡын бер-ике аҙна ғына дауам итһә лә - бәләкәй балалар өсөн үтә лә хәүефле урынға әйләнә.
Әле Ергән ауылында теркәлгән күңелһеҙ осраҡ буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы тикшереү ойоштора. Уның һөҙөмтәһендә процессуаль ҡарар сығарыласаҡ. Ә инде урындағы халыҡ, был фажиғәнән һуң, тәү сиратта, ауыл эсендәге күперҙәрҙә ныҡлы терәүҙәр ҡуйылыр тип өмөтләнә. Йәйгеһен бит йылға-күл буйында уйнаған балалар тағы ла арта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика