Яңы йылдың тәүге ҡорбандары

Яңы йылдың тәүге ҡорбандары 05.01.2016

Баш ҡаланың Сәғит Агиш урамындағы шәхси йорттарҙа кисә кис янғын сыҡты. Утта 36 йәшлек ҡатын һәм 47 йәшлек ирҙең  ғүмере өҙөлдө. Уларҙың өс һәм ун дүрт йәшлек балалары бәхетле осраҡ арҡаһында ғына иҫән ҡалған.

Был кадрҙарҙы Сәғит Агиш урамында йәшәүселәр үҙҙәре төшөрөп алған. Ялҡындың бейеклегенә ҡарап уттың ни тиклем көслө икәнлеген аңларға мөмкин. Янғын кисә кис сыҡҡан. Зыян күреүселәрҙең күршеләре әйтеүенсә, балалар телевизор ҡараған була. Ҡапыл ут һүнгәс сәбәбен асыҡларға тип соланға сыҡһалар? өй эсенә төтөн тула. Ун дүрт йәшлек үҫмер ҡыҙ һәм өс йәшлек ир бала тәҙрәнән сығып ҡасып өлгөрә.
Земфира Авдеева, зыян күреүсе: «Беҙ улар менән бер йортта йәшәнек. Өлкән улыбыҙ төтөн еҫен һиҙеп ҡалып беҙгә ҡысҡырҙы.  Ирем күршеләргә хәбәр итергә тип ингәйне уларҙың балалары тәҙрә аша сығып баралар ине инде.  Беҙ үҙебеҙ бер минут эсендә генә кәрәк-яраҡтарҙы йыйып өлгөрөп саҡ ҡотолоп ҡалдыҡ».
Ләкин балаларҙың ата-әсәһе ут тотҡононан ҡасып ҡотола алмай. Балаларын тәҙрәнән сығарғас ҡатыны артынан янған өйгә инеп киткән ир ҙә ҡабат сыға алмай.
Лариса Кузьмина, зыян күреүселәрҙең күршеһе: «Балалар һәм уларҙың атаһы йоҡламаған булған. Балалар ҡотолғас ир кеше йоҡлап ятҡан ҡатынын ҡотҡарам тип кире йортҡа ингән. Унда нимә булғандыр, әммә кире сыға алманы. Янған өйгә инерлек тә түгел ине инде».
Көслө ялҡын эргәлә генә генә ултырған йортҡа ла күскән. Күршеләр ҙә әйберҙәрен, документтарын йыйырға өлгөрмәй ҙә ҡала.
Владимир Якимов, зыян күреүсе: «Бер нимәһеҙ тороп ҡалдыҡ. Кеше фатирҙарында түләп йәшәүҙән ялҡҡас дүрт йыл элек кенә ошо йортто төҙөкләндереп, ҙурайтып алғайныҡ. Бына хәҙер тағы ла урамда тороп ҡалдыҡ. Хатта кейергә кейемебеҙ ҙә ҡалманы».
Янғын һүндереүгә утыҙҙан ашыу ҡотҡарыусы һәм туғыҙ берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Шәхси йорттарҙың бер-береһенә яҡын урынлашыуы ут менән көрәште ҡатмарлаштырған һәм күрше йорттарға күсеүгә сәбәпсе булған.
Мария Воинова, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: «Ағас йортто ут тиҙ арала ялмап алғайны. Янғын һүндереүселәр ялҡын  күрше йорттарға күсмәһен өсөн барыһын дә эшләне. Шулай ҙа терәлеп тигәндәй ултырған кирбес йортто ҡотҡарып булманы. Торлаҡтың тышы тиҙ яныусы пенопласт менән көпләнгән ине».
Ут сығыу сәбәптәре электр сымдарының төҙөкһөҙлөгөнән сыҡҡан, тип фаразлана. Ләкин әлегә тикшереү эштәре тамамланмаған. Фажиғәлә һәләк булыусыларҙың балаларын әле туғандары алып ҡайтып торған. Йортһоҙ ҡалғандарға ваҡытлыса торлаҡ тәҡдим ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку