Яҙғы ташҡындан да хәүефлерәк 23.05.2017

Бөгөн Өфөнөң Златоуст урамы ҡоҙоҡтан сыҡҡан канализация һыуы аҫтында ҡалды. Был турала редакцияның ватсап мессенджерына беҙҙең тамашасылар тиҫтәләп видеояҙма ебәрҙе. Күреүегеҙсә, ҡоҙоҡтан урғылған бысраҡ  һыу тотош урам буйлап аға. Ағымдан юлдан аҫтараҡ ултырған йорттар зыян күрә. Һыу өйҙәрҙең баҙына үтеп инә.

Авария хеҙмәте вәкилдәре бәләгә тарыусыларға ярҙамға килә. Һыу һурҙырыла, бысраҡ ҡалдыҡтар ташыла. Әммә урындағы халыҡ барыбер был  проблеманы хәл итмәйәсәк,-тип борсола. Сөнки  канализация коллекторының шартлауы сәбәпле, ҡышҡыһын да - ошондай уҡ хәл теркәлгән. Ҡырҡыу еҫте эҫе көндәрҙә бөтөрөү -  ауырға төшәсәк.
Ольга Закирйәнова, Златоуст урамында йәшәүсе: «Бында хәҙер йәшәү мөмкин түгел. Өйөбөҙҙән алып баҡсаға тиклем - бөтә нәмә бысраҡ һыу аҫтында ҡалды. Ышанаһығыҙмы,юҡмы, 16 декабрҙә генә ошоға оҡшаш күренеш шаһиты булғайныҡ, ул ваҡытта ла ошондай уҡ эҙемтәләр менән көрәштеләр. Ярты йыл да үтмәне, тағы ҡабатланды. Йортобоҙ аҫта ултырғанға күрә, иң нығы беҙ зыян күрҙек. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, улар һәр ваҡыт ярҙам итә».
Златоуст урамындағы юлды ла төҙөкләндереү талап ителә. Ҡырсынташ көслө һыу ағымы менән йыуылған. Билдәле булыуынса, бәлә башы - канализацияның  баҫым яһау коллекторында 1000 милиметр диаметрында ярыҡ барлыҡҡа килеүендә.  Әле участканы тергеҙеү эштәре  бара. Һыу һурҙырыла, торбаға тиклем соҡор ҡаҙыла. Өфө һыу каналы хеҙмәткәрҙәре иртәгегә тиклем авария эҙемтәләрен бөтөрөргә ниәтләй.
Юрий Луканин, Өфө Һыу каналының көньяҡ канализация системалары идаралығы етәксеһе: «Торбаның шартлауына һыу урғылып сығыуы сәбәпсе. Канализацияға бәйле тотҡарлыҡтар юҡ. Златоуст урамында йәшәүселәр эсәр һыу менән тәьмин ителгән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика