Яҙғы ташҡын Башҡортостанға ла килеп етте 13.04.2017

Бөгөн Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылындағы йорт-ихаталарға баҫыуҙарҙа ирегән ҡар һыуы үтеп инде. Махсус улаҡтар сүп-сар, боҙ тығылыу сәбәпле, һыу кимәле күтәрелә тип хафалана урындағы халыҡ.

Ә Хәйбулла районында Таналыҡ йылғаһы даръяға әйләнде.Ярһып аҡҡан яҙғы йылға урындағы  юлдарҙы йыуҙы. Первомайское ауылы халҡы һыу йорттарға үтеп инер тип хафалана. Район үҙәге Аҡъяр менән транспорт бәйләнеше өҙөлгән. Подольск ауылы ла әле Венецияны хәтерләтә. Халыҡ тубыҡтан һыу кисеп йөрөргә мәжбүр.
Белорет районы Ғәбдөк ауылы эргәһенән боҙ тығыны үтеп китте. Боҙ Ғәбдөк эргәһендәге тоннель тирәһендә Инйәр йылғаһының тарайған урынынды тығылғайны. Ауыл халҡы йылға күтәрелер тип хафаланды. Бөгөнгә бәлә ауылды урап үтте, шулай ҙа тынысланырға иртәрәк, боҙ йылғаның түбәнге ағымында ла тығылыуы мөмкин тигән фекерҙә ауыл хакимиәте башлығы Шәүҡәт Салауатов.
Әлшәй районы үҙәгендә лә тотош урам һыу эсендә ҡалды. Трактовая урамы күренештәрен телевизор ҡараусылар беҙҙең ватсапп һандарына ебәргән. Урындағы халыҡ һыу баҫыуҙы  дренаж системаһындағы етешһеҙлектәргә бәйләй. Улар фекеренсә, урамдағы торбалар ҡар һыуҙарын ағыҙып өлгөрә алмай. Урындағы хакимиәттә иһә борсолорға урын юҡ тип белдерҙеләр.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы  юлдарҙы һыу баҫыу ихтималлығы тураһында водителдәрҙе иҫкәртте. Ташҡын транспорт хәрәкәтенә ҡамасаулаған осраҡта урау юлдар маршруты билдәләнгән. Улар менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика