Яңы Күл ауылындағы Ҡушкүл күле эргәһендә ер убылған

Яңы Күл ауылындағы Ҡушкүл күле эргәһендә ер убылған 14.03.2017

Соҡорҙоң киңлеге - иллегә илле, тәрәнлеге 6-8 метр тирәһе. Быға тиклем унда һаҙлыҡ булған. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.

Һикһән йәш менән барған Тимерғәле Әхтәрйән улы ер убылып төшөүе хаҡында ишеткәс, ваҡиға урынына тәүгеләрҙән булып килеп еткән. Әлбиттә, уның өсөн был күренеш, ят түгел. Үҙ ғүмерендә уҙаман Яңы күлдә, күрше ауылдарҙа ағастарҙың ер упҡынына киткәнен тәүгә генә күрмәй. Элегерәк «Тыуған яғың ҡайҙан тиһәләр, күл батшалығында» тип уйынсы-ысынлы яуаплай инем, ти ул. Ә был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә бар.
Ҙур соҡор ауылдан бер саҡрым алыҫлыҡта барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, ошоға оҡшаш хәл урындағы халыҡ әйтеүенсә, дүрт йыл элек күҙәтелгән булған.
Убылған ерҙән йөҙ метр алыҫлыҡта ғына Ҡушкүл күле урынлашҡан. Унда йәй көндәре ял итергә, һыу инеп, балыҡ тоторға хатта, сит тарафтарҙан да халыҡ күпләп килә. Күлдәре менән дан тотҡан төйәк халҡы иһә, был соҡор быйыл яҙ һыу менән тулып, тағы ла бер матур ял итеү урыны барлыҡҡа килер тигән, позитив ҡарашта.
Убылған ерҙе ҡарарға ауыл халҡы күпләп килә. Күптәрҙә ҡурҡыу тойғоһонан бигерәк ҡыҙыҡһыныу көслө. Берәүҙәр соҡор хасил булған урында иҫтәлеккә фото төшөп ҡалырға ашыҡһа, икенселәр тәбиғәттең был күренешенә хәүефләнеп ҡарай. Сөнки бындай хәл Яңы күл эргәһендә йыш күҙәтелһә лә, әлегеһе тәрәнлеге һәм киңлеге буйынса башҡаларын уҙҙырып ебәргән.
Ғалимдар билдәләүенсә, республика биләмәһенең 30-40 проценты карст ҡатламына тура килә. Йылына кәм тигәндә тиҫтәләп, Башҡортостандың әле бер, әле икенсе урынында бушлыҡ барлыҡҡа килә.
Белгестәр Өфөлә гипс-карс ҡатламы, ә Нуриман районына уның  икенсе төрө - эзбиз хас тип билдәләй. Карс бушлыҡтарының ыңғай һәм кире яҡтары бар. Шул уҡ районда урынлашҡан Бөтә Рәсәйгә танылған Саруа күле, Красный ключ - донъяла карст сығанаҡтарының иң ҙуры һанала. Шулай итеп, халыҡ  ябай соҡор тип һанаған уйһыулыҡ та тап шул тәбиғәт күренеше. Әйткәндәй, республиканың Өфө һәм Эҫем йылғалары араһында ерҙең убылып төшөү ихтималлылығы көслө.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку