Яңауылдағы шартлау буйынса хөкөм ҡарары сығарылды 09.02.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә былтыр 19 ғинуарҙа Яңауыл ҡалаһының Совет урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә теркәлгәйне.

Шартлау һөҙөмтәһендә алты кеше һәләк булды,11 фатир янып юҡҡа сыҡты. Матди юғалтыу миллион һумдар  менән иҫәпләнә. Фажиғәлә газ тултырыу станцияһы операторы Данис Әбдиев ғәйепле тип табылған. Ул хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоп  танышына газ баллоны тултырып биргән. Нормаһынан  күп тултырылған баллон  Рудольф Ғәйтиев йортҡа алып ингәс йылыныу  һөҙөмтәһендә  шартлаған.  Енәйәт эше буйынса суд ултырышы былтыр сентябрҙә башланғайны. Биш ай эсендә ҡырҡтан ашыу шаһиттан һорау алынған. Ундан ашыу экспертиза һөҙөмтәһе ҡаралған. Оператор Данис Әбдиев ике йыл да алты айға иркенән мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарарын ул дөйөм режимлы колонияла үтәй. Ғәйепле суд залында уҡ һаҡ аҫтына алынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика