Яңауылдағы шартлау буйынса газ тултырыу станцияһы операторы ғәйепләнә

Яңауылдағы шартлау буйынса газ тултырыу станцияһы операторы ғәйепләнә 05.08.2014

Енәйәт эше судҡа тапшырылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ғинуарҙа Данис Әбдиев танышының үтенесе буйынса 12 литрлыҡ баллонды тултырып бирә. Станцияла был төр хеҙмәт ҡәтғи тыйылыуына ҡарамаҫтан, ул автомобилдәргә газ ҡойоу өсөн генә тәғәйенләгән колонканы файҙалана. Бынан тыш,  һауыттың күләмен арттырып ебәрә. Танышы иһә баллонды өйөнә  алып ҡайта, шул уҡ кисте шартлау яңғырай. Янғын һөҙөмтәһендә 11 фатир янып юҡҡа сыға, 6 кешенең ғүмере өҙөлә. Енәйәт эше ҡуҙғатылыу менән үҙ ғәйебен таныған Данис Әбдиев, артабан үҙ һүҙҙәренән баш тарта. Әле тикшереү тамамланған. Эш судҡа тапшырылған. Газ тултырыу операторы 10 йылға  иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку