Яңауылдағы шартлауҙа ғәйепләнеүсе рәшәткә артында ярты йылға кәмерәк ултырасаҡ 01.08.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә былтыр 19 ғинуарҙа Яңауыл ҡалаһының Совет урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә теркәлгәйне. Шартлау һөҙөмтәһендә алты кеше һәләк булды, 11 фатир янып юҡҡа сыҡты. Матди юғалтыу миллион һумдар  менән иҫәпләнә. Фажиғәлә газ тултырыу станцияһы операторы Данис Әбдиев ғәйепле тип табылды.

Тап ул  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоп, танышына газ баллоны тултырып бирә. Һөҙөмтәлә саманан күп тултырылған баллон,  Рудольф Ғәйтиевтың фатирында, йылыныуҙан  шартлай. Оператор ике йыл да алты айға иркенән мәхрүм ителгәйне. Хөкөм ҡарарын ул дөйөм режимлы коллонияла үтәй. Енәйәтсенең адвокаты  язаны  шартлыға  үҙгәртеүҙе һорап Юғары судҡа аппеляцияға биргән.
Регина Балалыкина, Республика прокурорының матбуғат бәйләнештәре  буйынса  ярҙамсыһы: «Республика Юғары суды  ғаризаны кире ҡаҡҡан,  хөкөм ҡарары үҙ көсөндә ҡала,  шулай ҙа  суд енәйәтсенең  колонияла булыу ваҡытын кәметкән. Иреккә ул ваҡытынан  ярты йылға алдараҡ сығасаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика