Яңауыл ҡалаһының муниципаль лицейы директорына ҡарата кеше үлеменә килтергән иғтибарһыҙлыҡ статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарылды

Яңауыл ҡалаһының муниципаль лицейы директорына ҡарата   кеше үлеменә килтергән  иғтибарһыҙлыҡ статьяһы буйынса хөкөм ҡарары сығарылды 19.10.2017

Суд, тәфтиш комитеты туплаған дәлилдәрҙе  хөкөм сығарыу өсөн етерлек, тип таныған.
  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылдың 22 майында лицей биләмәһендә уйнап йөрөгән 6 йәшлек бала өҫтөнә мәктәп ҡапҡаһы ҡолағайны. Табиптар, шул иҫәптән Өфөнән килгән нейрохирургтар бригадаһы башы йәрәхәтләнгән малайҙың ғүмере өсөн көрәшһә лә,  ауыр хәлдәге балаға ярҙам итә алмай.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса,  мәктәп ҡапҡаһын 2015 йылда махсус белеме булмаған  кеше иретеп йәбештергән. Был эште башҡарырға ҡушҡан етәксе уның сифатын да тикшереп тормай, ҡапҡа менән файҙаланырға рөхсәт итә. Суд ҡарары буйынса лицей директоры шартлы рәүештә 4 йылға иркенән мәхрүм ителде. Ул шулай уҡ  ике йылға мәғариф учрежденияларында етәксе вазифалар биләү хоҡуғын юғалтты. Элекке етәксе үҙ ғәйебен танымаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку