Яңауыл ҡалаһындағы торлаҡ йорт шартлау буйынса енәйәт эшен тикшереү тамамланды

Яңауыл ҡалаһындағы торлаҡ йорт шартлау буйынса енәйәт эшен тикшереү тамамланды 23.07.2014

Тәфтиш дәлилдәре буйынса,  46 йәшлек ғәйепләнеүсе оператор, танышының  үтенесе буйынса, көнкүрештә файҙаланыуға тәғәйенләнгән 12 литрлыҡ баллонды норманан артыҡ  шыйыҡландырылған газ менән тултырған. Оператор баллонды ҡулайлаштырылмаған шарттарҙа тултырыуҙың  тыйылыуын яҡшы белгән. Хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәй тултырылған баллон шартлауы  һөҙөмтәһендә торлаҡ  йортта көслө янғын сыға. Уттан 11фатир зыян күрә, 6 кешенең ғүмере өҙөлә. Шартлау сыҡҡан фатир хужаһының улы иҫән ҡала. Ләкин үҫмер 2-3-сө дәрәжә ауыр тән йәрәхәттәре ала, уның тын юлы бешә. Енәйәт эше ғәйепләү ҡарары сығарыуға  ебәрелгән. Һуңынан тәфтиш ҡағыҙҙары судҡа тапшырыласаҡ.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку