Йәйәүлеләр үткәүелеме, әллә теге донъяға тура юлмы?!

Йәйәүлеләр үткәүелеме, әллә теге донъяға тура юлмы?! 21.12.2017

Баш ҡаланың Жилин ауылында йәшәүселәр автобус туҡталышының уңайһыҙ урында булыуына зарлана. Юл аша сыҡҡанда машина аҫтында ҡалыу хәүефе ҙур. Урында йәйәүлеләр үтеү ихтималлығын иҫкәртеүсе юл билдәләре, шул уҡ «Зебра» барлыҡҡа бар, тик юғары тиҙлектә йөрөгән  автоһәүәҫкәрҙәр генә уларҙы ҡайһы саҡ  абайламай ҡала. Һөҙөмтәлә күңелһеҙ статистика арта. 17 декабрҙә тағы ла бер оло йәштәге ҡатын тәгәрмәс аҫтында ҡалды.

Йәйәүлеләр үткәүеле яҡынайғандан яҡыная. Әммә внедорожник ҡапыл килеп сыға. Көслө бәрелештән  ҡатын кәмендә  егерме метр арауыҡҡа оса. Водителдең иғтибарһыҙлығы, юғары тиҙлектә барыуы арҡаһында уның ғүмеренә нөктә ҡуйыла.
Күңелһеҙ осраҡ Өфө-Нуғай ауылы юлының Жилин ауылы туҡталышы янында теркәлә. Был участка ҡаланың иң хәүефлеһе һанала. Һуңғы ике айҙа ғына бында өс кеше машина аҫтында ҡалған. Уларҙың икәүһе шунда уҡ һәләк була.
Урындағы халыҡ был йәйәүлеләр үткәүелен «үлем юлы» тип йөрөтә. Ысынында ла шулай. Водителдәрҙең күбеһе бында юл ҡағиҙәләрен үтәүҙе үҙһенмәй. Ҡайҙалыр ашығалар. Людмила Шокурованы ла теүәл өс йыл элек ошо уҡ урында бәрҙереп китәләр. Бәхеткә, оло йәштәге ҡатын иҫән ҡала.
Людмила Шокурова, Жилин ауылында йәшәүсе: «Ул аяныслы көндө тун  һәм ҡалын бүрек кейгәйнем. Шул ғына ҡотҡарҙы мине. Ҡыш булһа ла, юлда асфальт күренеп ята ине. Имен ҡотолдом да ул, әммә һаман да ошо хәүефле урындан автобус туҡталышына тиклем йөрөргә кәрәк».
Күңелеһеҙ осраҡтарҙы башҡа булдырмау маҡсатында Жилин ауылында йәшәүселәр проблеманы хәл итеү юлдарын да барлаған. Был туҡталышты икенсе урынға күсереп, йә урында төймәле светофор ҡуйғанда йәйәүлеләрҙе бәләнән араларға мөмкин,-ти улар.
Ильмира Йосопова, Жилин ауылында йәшәүсе: «Балаларҙың ғүмере өсөн дә борсолабыҙ. Мәктәп уҡыусылары, студенттар көн һайын ошо туҡталышҡа сығып, ҡалаға уҡырға йөрөй. Ә башҡа юл юҡ! Бында светофор мотлаҡ кәрәк тип иҫәпләйем».    
Жилин ауылы Өфөнөң Октябрь районына ҡараһа, йәйәүлеләр үткәүеле Киров районында тип иҫәпләнә. Билдәле булыуынса, әле урындағы коммуналь хужалыҡ идаралығы менән  бында светофор ҡуйыу буйынса һорау күтәрелә.
Виктор Ковалец, Өфө ҡалаһының Октябрь районы буйынса алыҫ биләмәләр менән эшләү бүлеге етәксеһе: «Был һорау менән идаралыҡҡа икенсе йыл мөрәжәғәт итәбеҙ. Проект документацияһы уларға тапшырылды, светофорҙың  ҡасан ҡуйылыуы ғына аныҡ ҡына билдәле түгел».
Шулай ҙа яҡын арала был туҡталышта тәртип урынлаштырылыр, тип ышанғы килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика буйынса йәйәүлеләр менән бәйле юл транспорт ваҡиғалары статистикаһы ҡыуандырмай. Йыл башынан ғына меңдән ашыу кеше машина аҫтында ҡалған, уларҙың 131-е һәләк булған. Күңелһеҙ осраҡтар бигерәк тә яҙ, көҙ һәм ҡыш миҙгелдәрендә күберәк күҙәтелә.
Жилин ауылы туҡталышы янында сираттағы ғүмер өҙөлгәндән һуң, тағы бер «Йәйәүлеләр үткәүеле» юл билдәһе ҡуйылды. Хәҙер улар өсәү. Әммә был проблеманы төптән хәл итмәйәсәк, ти урындағы халыҡ. Светофор кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку