Йәшенле йәй

Йәшенле йәй 25.06.2016

Башҡортостан буйлап ҡойма ямғырлы дауыл үтте. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә Өфө урамдарында ағастар аҡтарылыуы, Туймазы районының Бишҡурай ауылында торлаҡ йорттар һәм электр селтәренә зыян килеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Көслө ел Ишембай районының да дүрт ауылында ҡоторҙо. Стәрлетамаҡта йәшен 13 йәшлек үҫмерҙең ғүмерен өҙҙө.

Насировтар яңы йорттарын улдарына һалдыра.  Көҙгә өй туйларға  ниәтләгәнгәндәр. Торлаҡты  ғаилә страховкалап өлгөрмәгән.

Дауыл Аҙнай ауылында йәшәүсе Рәзиә ханымдың да йорт ҡыйығын алып ташлай. Өйгә ҡайтып ингәс  шаҡ ҡаттым тип хәтерләй хужабикә.

Аҙнай ауылында барлығы  тиҫтәләп йорт, кәртә-ҡаралты зыян күргән. Бәхеткә, кеше ғүмерҙәренә зарар килмәгән.

Дауыл Ишембай районынын Этҡол, Хажи, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылдарына ла һуғылған. Йорт-ихаталар зыян күргән, электр  сымдары өҙөлгән. Әле тәбиғәт ғәрәсәте килтергән матди юғалтыуҙар күләме иҫәпләнә. Дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса махсус комиссия ойошторолған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 
Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку