Йәшен йәшнәгәндә, телефондан һөйләшмә

Йәшен йәшнәгәндә, телефондан һөйләшмә 26.05.2016

Дәүләкән районының Ивановка ауылында йәшәүселәр быға үҙҙәре инанды.  Дүшәмбе урында ямғыр һибәләй башлай, ялағай уйнай. Асыҡ биләмәлә мобиль ҡоролма аша һөйләшеп барған ир тәбиғәт күренешенән зыян күрә, бәхеткә, иҫән ҡала. Әле ул Республика тән бешеүен дауалау үҙәгендә реанимацияла ята.

Йәшен йәшнәп, ямғыр яуһа - мул уңышҡа тиҙәр. Шулай ҙа Ивановка ауылында йәшәүселәр хәҙер кире ҡарашта. Дүшәмбе һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреп, күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплауы күңелһеҙ хәбәр ҙә алып килә. Шоссе эргәһендә ауыр хәлдә ятҡан бер кешене «Тиҙ ярҙам» машинаһында дауаханаға оҙатҡандар.
Бәхетһеҙ осраҡ тап ошо урында, ауылдан яҡынса өс йөҙ метр алыҫлыҡта теркәлә. Алик ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, ғаиләһе янына, Бүздәк районына ҡайтырға сыға, әммә юлда автомобиль туҡтатып өлгөрмәй. Телефондан һөйләшеп барған егетте йәшен ата. Күреүегеҙсә, көслө электр разрядынан, хатта, мобиль ҡоролма ла селпәрәмә килгән.
Эшлектән сыҡҡан телефондың деталдәре һаман да ер өҫтөндә ята. Ә бәләгә тарыған 26 йәшлек Аликтың ғүмере өсөн әле баш ҡала табиптары көрәшә.                                                                                        Билдәле булыуынса, бәләгә тарыусы һуңғы тапҡыр кеҫә телефонынан бер туған ҡустыһы менән һөйләшкән. Уның менән үҙенең шатлығы - яңы эшкә урынлашыуы хаҡында уртаҡлашҡан.
Артем Ғабдрафиҡов, Аликтың ҡустыһы:  «Ул йәшендән бер ҡасан да ҡурҡманы, бала саҡта уйнағанда ла мин ялайғайҙан шөрләп өйгә йүгереп инһәм,ағайым тышта йөрөп ҡала торғайны... Шылтыратҡанында ла бәйләнеш өҙөлмәне. Ҡапыл тынып ҡына ҡалды, күрәһең, шул мәлде йәшен атҡан».
Аликтың ҡатыны Әлиә өс бала менән яңғыҙ тороп ҡалһам йәшәүҙең мәғәнәһе юғаласаҡ,- тип борсола. Тормош иптәшенең яҡындары менән ваҡиға урынында улар әллә күпме кейем киҫәктәрен тапты. Иҫһеҙ ятҡан кешенең кәүҙәһенә иһә урында эшләп йөрөгән геофизиктар юлыға, улар «тиҙ ярҙам» хеҙмәтен, ауылдың фельдшерын саҡырта.
Алик Дәүләкәндән санитар авиация менән Республика тән бешеүен дауалау үҙәгенә оҙатыла. Табиптар ир күп төрлө термик яныу йәрәхәттәре алыуын билдәләй.
Әлиә Ғабдрафиҡова үкһеп илауын баҫа алмай, тормош иптәше иҫән генә булһын тип теләй. Кескәй Аделина әсәһен нисек тә булһа йыуатырға тырыша... Ҡатын ире һауығыр тип ышана.
Республикала кешене йәшен атҡан осраҡтар йыш күҙәтелә. Үкенескә, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәү аяныслы тамамлананыуы ихтимал. Ә бит хәүефһеҙлек саралары ла үтә лә ябай кеүек. Өйҙә электр приборҙарын мөмкин тиклем һүндерелгән булырға тейеш, ә асыҡ урында йөрөгәндә яңғыҙ ағас янында торорға, һыу инергә, ергә ятырға ярамай. Иң мөһиме - кеҫә телефонынан һөйләшеү ҙә тыйыла.
Йәшендә көслө электр разрядтары тупланған, шуға тәбиғәт күренешенән зыян күрмәҫ өсөн был ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур. 26 йәшлек Алик Ғабдрафиҡовты иһә өйҙә  ата-әсәһе лә көтә. Яҡындары, хатта, яңыраҡ улдарының йәшендән йыртылып бөткән кейемдәрен яндырған. Бәлә көнөн бер нимә лә хәтерләтмәһен, ти улар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку