Йәшен арҡаһында урман янғыны сыҡты

Йәшен арҡаһында урман янғыны сыҡты 30.06.2014

Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған шәмбелә Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан 30 километр алыҫлыҡта йәшен атыуҙан урман янып китә.

Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған шәмбелә Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан 30 километр алыҫлыҡта йәшен атыуҙан урман янып китә.

Ут урман фондының 15 сутый майҙанын ялмап ала. Ошо уҡ көндө кис янғын һүндерелә. «Ҡыҙыл әтәс» менән көрәшкә 6 кеше һәм ике берәмек махсус техника йәлеп ителә. Хәүефле осор башланғандан алып, республикала 23 урман янғыны теркәлгән. Янғындан урман фондына ҡараған 86 гектарҙан ашыу ер зыян күргән. Майҙандың 81 гектарҙан ашыуын урман биләй.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку