Йәрмәкәй районының Һуҡҡул ауылында йәшәүсе Илфат Дауытов янғындан ике балалы ғаиләне ҡотҡарған

Йәрмәкәй районының Һуҡҡул ауылында йәшәүсе Илфат Дауытов янғындан ике балалы ғаиләне ҡотҡарған 15.12.2014

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  төнгө ун икеләр тирәһендә Совет урамынан үтеп барыусы ир эргәләге ағас йортта ут сығыуын күреп ҡала. Ваҡиға шаһиты шунда уҡ 112 телефоны буйынса ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә шылтырата.

Янғын һүндереүселәр килгәнсе, ул 27 йәшлек хужабикә менән уның 38 йәшлек иренә, ике бәләкәй балаға һәм 58 йәшлек ҡәйнәһенә ут эсенән сығырға ярҙам итә. Бәләгә тарыусыларҙы сығарыу өсөн тәҙрәне ярырға тура килә - ялҡын эсендә ҡалған солан аша үтерлек булмай. Ирекле янғын һүндереүселәр утты ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе һүндерә. Йорттоң ҡыйығы, түшәмдәре тулыһынса янып бөтә, эске һәм тышҡы стеналар зыян күрә. Оператив мәғлүмәт буйынса, ут электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныш арҡаһында сыҡҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку