Йәнә янғын, йәнә ҡорбандар

Йәнә янғын, йәнә ҡорбандар 28.04.2016

Баҡалы районы Киләй ауылындағы фажиғә тураһында хәбәр онотолоп та өлгөрмәне утта йәнә балалар ғүмере өҙөлдө. Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн    Балтас районы Ҡомъяҙы ауылында теркәлде. Ағас йортта ут сығып  өс сабыйҙы һәләк итте. Әлегә билдәле булыуынса, 7 йәшлек апайҙары менән  ҡустыһы һәм һеңлеһе менән өйҙә бер үҙҙәре ҡалған.

Фажиғә иртә менән булыуға ҡарамаҫтан күмергә әйләнгән бүрәнәләр  һаман быҫҡый. Ихата ватылған шифер онтаҡтары менән тулғандан, ут ҡыйыҡҡа табан уҡталған тигән һығымта яһарға була. Быны шулай уҡ бөтөн ҡалған стеналар ҙа иҫбатлай, ә бына ҡыйыҡ, киреһенсә, янып бөткән тиерлек. Урындағы хакимиәт вәкилдәре ғаиләне ыңғай ҡылыҡһырлай, балаларын тәрбиәләне, учетта торманы ти. Шулай ҙа күршеләре бында кәйеф-сафа ҡорой осраҡтары  булғылай ине, өндәшергә лә тура килде тип билдәләй. Нимәлер һиҙгәндәй, улар уттан ҡурҡҡан.
Тәү башлап ваҡиға урынына күршеләр килеп етә. Улар ут ялмаған йортҡа инеп тә ҡарай, ләкин көслө ялҡын яҡын ебәрмәй. Ваҡиға шаһиттары эстә ҡысҡырышҡан, илашҡан тауыштар ҙа ишетелмәне ти.  Белгестәр фаразлауынса балалар шунда уҡ ҡуйы төтөнгә тонсоҡҡан. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына ваҡытында килеп еткән, әммә йорт эсенә ялҡын һүрелгәс кенә үтеп инә алған.
Әле әсә кеше дауаханала, ул ныҡ көсөргәнеш кисергән тип билдәләй табиптар. Ҡатынға психологик ярҙам күрһәтелә. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса тикшереү алып бара, улар ни өсөн сабыйҙар өйҙә яңғыҙ булған тигән һорауға яуап эҙләй.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш  комитетының башҡортостан буйынса  идаралығы етәксеһенең өлкән  ярҙамсыһы: «Әлеге ваҡытта белгестәр ваҡиға урынын тикшереүҙе тамамларға тора, фажиғә сәбәптәрен асыҡлау сиктәрендә әсә кешенең бәләкәй балаларҙы яңғыҙ ҡалдырыуына баһа биреләсәк».
Ҡотҡарыусылар балаларға бәләкәйҙән үк электр ҡоролмалары  менән эш итергә өйрәтергә, ут менән уйнарға ярамағанлығын ныҡлап аңлатырға кәрәк тигән фекерҙә.  Бынан тыш янғын сигнализацияһы тураһында ла оноторға ярамай, ҡоролма төтөн сығыу тураһында хәбәр итә. Сигнализация күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бушлай ҡуйыла, башҡалар уның өсөн 500 һум самаһы түләргә тейеш, сығымдар кеше ғүмере менән сағыштырғанда бер ни тормай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку