Йәнә травматик ҡорал ҡорбаны

Йәнә травматик ҡорал ҡорбаны 11.01.2016

Яңы йыл  төнөндә Өфөлә йәшәүсе 31 йәшлек иргә травматик пистолеттан атҡандар. Ғауға подъездан сығып барышлай урамда байрам итеп ултырыусыларға иҫкәрмә яһағандан һуң ҡуба. Һөҙөмтәлә ирҙең пистолетын тартып алып күршеләре уға ете тапҡыр ата. Әле зыян күреүсе Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһында.

Артемдың яралары төҙәлеп  килә, хәле лә күпкә яҡшырған. Ир әйтеүенсә, уға ташланыусылар үҙҙәрен тәфтишсебеҙ тип танытып, ҡурҡытҡанлыҡтан ул дауаханаға икенсе көнөнә генә мөрәжәғәт итә.
Артем, зыян күреүсе: «Яралар ул тиклем ҡурҡыныс түгел тип уйлағайным. Иртәгәһенә дауаханаға дуҫым алып килде. Эксперт түгелмен, ләкин миңә ташланыусылар ныҡ иҫерек ине. Берәүһен шунда уҡ таныным. Ул күршем, уртаса 45 йәштәрҙәге ир. Мин уларға үҙҙәре артынан сүп-сар ҡалдырмауҙары хаҡында иҫкәрткәйнем, тотоп туҡмай башланылар. Кобуранан пистолетымды тартып алып  аттылар. Минең травматик ҡоралға документтарым да, рөхсәт ҡағыҙҙарым да бар».
Ҡыуанысҡа, Артемдың эске органдары зыян күрмәгән. Ләкин туҡмалыуҙан бер күҙен ҡан баҫҡан. Дауахананың травмотология бүлеге мөдире әйтеүенсә, уны ошо көндәрҙә сығарасаҡтар.
Артемға Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге ошо йорт алдында ташланалар. Ир әйтеүенсә, төнгө сәғәт ун беренсе яртыла ул үҙенең әсәһенә юлланған була. Үкенескә, күңелһеҙ ваҡиғаға тарый. Полиция хеҙмәткәрҙәре осраҡ буйынса тикшереү башлаған.  Байрам көндәрендә дауаханаларға төрлө йәрәхәттәр менән мөрәжәғәт итеүселәр ун тапҡырға артҡан. Табиптар уларҙың күбеһенә эскелек сәбәпсе, тип билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика