Йәкшәмбе киске сәғәт алтынсы яртыларҙа Өфөнөң Мөбәрәков урамы 12/2 адресы буйынса күп ҡатлы йортта көслө янғын сыҡты

Йәкшәмбе киске сәғәт алтынсы яртыларҙа Өфөнөң  Мөбәрәков урамы 12/2 адресы буйынса  күп ҡатлы йортта көслө янғын сыҡты 14.03.2016

Йорт ҡыйығынан сыҡҡан ут тиҙ арала юғары ҡаттағы фатирҙарҙы төтөнгә күмә.  Йортта йәшәүселәр янғын һүндереүселәрҙе саҡыра, күптәр фатирҙарын бикләп тә тормай  урамға уҡтала.

Янғын менән көрәшкә 33 ҡотҡарыусы, 12 берәмек техника йәлеп ителә. Ут тиҙ арала һүндерелһә лә,  быҫҡып ятҡан урындарҙы бөтөрөүгә ике сәғәттән ашыу ваҡыт китә. Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, янғындан һуң улар төнө буйы фатир бүлмәләрен төтөн еҫенән  елләтергә мәжбүр була. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, ҡазаға электр ҡорамалдарының дөрөҫ монтажланмауы сәбәпсе булыуы ихтимал. Бынан тыш, йортта йәшәүселәрҙә ҡыйыҡтағы техник ҡаттың һәр ваҡыт асыҡ булыуы, был мәсьәлә менән күп тапҡырҙар төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итһәләр ҙә, бер ниндәй ҙә сара күрелмәүе күп һорауҙар тыуҙыра.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку