Ҡыҙҙар өсөн һуғышмы, үс алыумы, әллә башҡа сәбәпме?

Ҡыҙҙар өсөн һуғышмы, үс алыумы, әллә башҡа сәбәпме? 29.08.2016

Уҙған йәкшәмбегә ҡараған төндә Дүртөйлө районында ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Бер төркөм йәштәр Байгилде ауылында йәшәүсе егеттәрҙе туҡмаған. Һөҙөмтлә зыян күреүсе өс кеше ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

Байгилде ауылында йәшәүсе ата-әсәләр улдарының хәүефһеҙлеге өсөн борсола. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки һуңғы ваҡытта урындағы егеттәрҙең йыш ҡына туҡмалып ҡайтыуы күҙәтелә. Уҙған ял көндәрендә күңелһеҙ хәл йәнә ҡабатлана. Әммә был юлы ҡазаға тарыусыларға ашығыс ярҙам саҡыртырға тура килә.
Байгилде һәм күрше ауыл йәштәре араһында ҡупҡан низағта нисә кеше ҡатнашыуын әлегә аныҡ ҡына әйтеү мөмкин түгел. Шулай ҙа айырыуса зыян күргән өс егет Дүртөйлө район үҙәк дауаханаһына һалынған.  Бөгөнгә ҡазаға тарыусыларҙы икәүһе өйҙәренә ҡайтарылған. Тағы ла бер егеттең хәле уртаса ҡатмарлыҡта, ти табиптар.
Баштары йәрәхәтләнгән егеттәрҙең береһе әлеге ваҡытта тыуған ауылына ҡайтарылған. Уның әйтеүенсә, һөжүм итеүселәр кешеләргә генә түгел, автомобилдәргә лә зыян килтергән. Әммә ул низағтың ни сәбәпле ҡубыуын аныҡ ҡына аңлата алманы. Шулай уҡ егет камераға интервью биреүҙән дә баш тартты. Атай кеше лә беҙҙең менән әңгәмәләшергә теләмәне.
Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта низағты ойоштороуҙа ғәйепләнеүсе ике егет ҡулға алынған. Улар менән полиция хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә.  
Бындай күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау өсөн Байгилде ауылында йәшәүсе ата-әсәләр был аҙнанан төнгө дежурға сығырға ниәтләй. Һәр хәлдә улар төбәктә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн бар көсөн һалырға әҙер.  
Әлеге ваҡытта ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса хоҡуҡ һағында тороусылар тарафынан тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк. Ә инде ауыр тән йәрәхәттәре алған егеттәргә тулыһынса һауығып сығыу өсөн оҙайлы дауалау курстары үтергә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку