Волга буйы округы хәрби суды «Хисбут-Таһрир әл-Ислами» халыҡ-ара террор ойошмаһының Салауат ҡалаһында эш алып барған ағзаларына ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы

Волга буйы округы хәрби суды «Хисбут-Таһрир әл-Ислами» халыҡ-ара террор ойошмаһының Салауат ҡалаһында эш алып барған ағзаларына ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы 19.12.2017

Биш кешенән торған төркөм эшмәкәрлеге былтыр сентябрь айында тыйыла. Асыҡланыуынса, 2015 йылда Стәрлетамаҡта йәшәүсе Альберт Шәфиев менән Салауаттан Айҙар Айҙарбәков  Салауат ҡалаһында тыйылған ойошманың бүлеген булдыра. Унда урында йәшәүсе радикал ислам яҡлылар инә.  

Етәкселәре ҡушыуынса, уларҙың һәр береһенә ойошмаға  яңы ағзалар йәлеп итеү, агитация эше алып барыу һәм пропаганда материалдары таратыу, ойошма файҙаһына аҡса йыйыу буйынса аныҡ бурыстар йөкмәтелә. Суд ҡарарына ярашлы, ойошмаһы етәкселәре Альберт Шәфиев менән Айҙар Айҙарбәков 16, уның  эшмәкәрлегендә ҡатнашыусы Наил Миниәхмәтов -12,  Максим Пуйгин менән Радик Иманғолов  11-әр йылға иркенән мәхрүм ителә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку