Вайымһыҙлыҡмы әллә рәхимһеҙлекме? 23.03.2015

Бер аҙна элек Өфө ҡалаһындағы тән бешеүҙәрен дауалау үҙәгенә ашығыс ярҙам машинаһы менән янғында зыян күреүсе 2 айлыҡ сабыйҙы  килтерәләр. Уны реанимацияға һалалар. Ошо ваҡыт эсендә әсә кеше бер тапҡыр ҙа балаһының хәлен белергә килмәй, ул ғына ла түгел - табиптар уның менән бәйләнешкә лә инә алмай.

18 мартта Өфөнөң Баҡалы урамындағы йорттарҙың береһенә ут ҡаба. Янғын сыҡҡан фатирҙа Молдавиянан килгән өс балалалы ғаилә йәшәгән була. Улар торлаҡты ваҡытлыса йәшәүгә ҡуртымға алған. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, ғаилә шунда уҡ кейем-һалымын алып сыға. Күңелһеҙ хәлдә тәне бешкән ике айлыҡ бәпес кенә дауаханаға оҙатыла. Ләкин әсә, унда сабыйы менән барыуҙан баш тарта.
Руслан Ғиматдинов, Республика тән бешеүен дауалау үҙәге етәксеһе: «Баланың хәле көндән-көн яҡшыра, тәнендәге яралар уңала. Ләкин ҡарарға әсәһе булмағанлыҡтан, реанимация бүлегендә тотабыҙ. Әсәһе бер тапҡыр ҙа дауаханаға килмәне».
Әле сабыйҙы шәфҡәт туташтары тәрбиәләй. Уға ирекмәндәр балалар аҙығы ла килтергән. Табиптар әсәһен эҙләп полицияға мөрәжәғәт иткән.
Тимур Чанышев, Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса ЭЭМ-ның матбуғат хеҙмәткәре:
«Сабыйҙың әсәһенең шәхесе асыҡланды. Унан аңлатма алынды. Әлеге ваҡытта янғын часындә осраҡ буйынса тикшереү бара. Уның һөҙөмтәләре буйынса эш кире полицияға ҡайтарылып, процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк».
Ваҡиға теркәлгән фатирҙа әле бер кем дә йәшәмәй.  Бында янғын булғанын ирегән сымдар һәм ҡарайған стеналар ғына дәлилләй.
Республиканың 18-се дауаханаһында әле 3-сө дәрәжә тән бешеүе алған 7 айлыҡ ҡыҙ ҙа дауалана. Уның өҫтөнә эҫе сәйнүк килеп төшә. Сабыйҙы дауалау өсөн уға ҡан тапшырыу талап ителгәйне.  Бәпескә ярҙам итеү өсөн республиканың  ҡан тапшырыу үҙәгенә, стационарҙарға йөҙҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Әле уның һаулығына ҡурҡыныс янамай. Ҡыҙғанысҡа, һуңғы ваҡытта өс йәшкә тиклемге балаларҙың тән бешеүе күпкә артҡан. Балаларҙың 90 проценты, ата-әсәләренең вайымһыҙлығы арҡаһында зыян күрә.
Янғын һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә йыш ҡына кеше факторы сәбәпсе. Баҡалы урамында теркәлгән янғын да ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән барлыҡҡа килгән.
Һәр хужабикәнең аш бүлмәһендәге сода менән аш һеркәһенән дә зыян күрергә мөмкин. Йәш ҡына өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында был химик матдәләр балалар ҡулына эләгә, уларҙың өҫтөнә түгелә. Шул уҡ ваҡытта, күҙгә сода йә иһә аш һеркәһе ингәндә һуҡырайыу ихтималлылығын күптәр белмәй. Аш бүлмәһендә шулай уҡ көслө концентратлы таҙартҡыс матдәләрҙән, хатта өйҙә зарядҡа ҡуйылған машина аккумуляторынан да бешеү осраҡтары теркәлгән.
Сабыйҙарҙың ғүмере тулыһынса ата-әсә яуаплылығында. Шуға ла табиптар ата-әсәләрҙе иғтибарлыраҡ булырға саҡыра.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика