Уйындан уймаҡ сыҡты

Уйындан уймаҡ сыҡты 30.01.2017

Шәмбе кис Өфө  районы Дубки ауылында йәшәүсе 13 йәшлек үҫмерҙең өҫтөнә боҙ төшкән. Алған йәрәхәттәрҙән малай һәләк булған. Ваҡиға  ауыл осондағы һыу башняһы эргәһендә була.

Булгаков ауылы лицейында  бөгөн тынлыҡ хөкөм һөрә. Никита Ивановты тиҫтерҙәре күҙ йәштәренә быуылып хәтерләй. Ихлас, ярҙамсыл һәм тәүәккәл ине тиҙәр улар дуҫтары хаҡында.

Никита Иванов 7 в  синыфында уҡыған. Бөгөн ул ултырған парта буш... Директор әйтеүенсә, лицей класынан ябай синыфҡа әсәһе һорауы буйынса күсерелгән. Каникул алдынан ғына синыф сәғәтендә ул ҡыш мәлдендә урамда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә ҡултамға ҡуйған булған...

Никита Дубки ауылында әсәһе һәм үгәй атаһы менән йәшәгән.

13 йәшлек Леонид Никита менән шаһиттарҙың береһе. Уға был хаҡта һөйләүе еңел түгел. 28 ғинуарҙа улар тәүҙә өй эргәһендә йөрөгән, унан дүртәүләп ауыл осона юлланған.

Фажиғә тап ошо урында, һыу башняһы янында булған. Шәмбе кис малайҙар бында уйнарға килгән. Иптәштәре әйтеүенсә, Никитаның башына ҙур боҙ киҫәге килеп төшкән. Тиҙ арала килеп еткән ашығыс медицина ярҙамы ла уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмаған.

Башня эргәһе  кәртәләнмәгән. Бейектән аҡҡан һыу йыйылып боҙлауыҡ  барлыҡҡа килгән, күрәһең,  үҫмерҙәр бында тау шыуырға  йөрөгән. Үҫмерҙең үлеме буйынса тәфтиш комитеты тикшереү башлаған.

Никита Ивановтар ғаиләһендә берҙән-бер бала булған, уны  иртәгә ерләйәсәктәр. Боҙ киҫәге төшөп былтыр Стәрлетамаҡта өс йәшлек ҡыҙҙың сәләмәтлегенә зыян килгәйне. Был юлы боҙ үҫеп еткән малайҙың ғүмерен өҙҙө. Һәләкәттән һуң башня төбөнә яҡын килергә ярамағанлығы хаҡында иҫкәртеп  ҡатырға ҡағыҙ киҫәге терәп ҡуйылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку