Ут аямай

Ут аямай 27.02.2016

Бөгөн Өфөнөң Нуғай ауылында  йәшәүсе ун балалы Гречушкиндар урамда ҡалды. Ике ҡатлы йорт янып көл-күмергә әйләнде. Янғын сәбәптәре әлегә билдәһеҙ

Ялҡын телдәре аяуһыҙ. Янғын һүндереүселәр тырыша, ләкин ут зәһәрерәк. Нуғай ауылының Яңы урамындағы 40-сы йортта фажиғә  иртән сәғәт ун беренсе  киткәндә  теркәлә. Гречушкиндарҙың ун балаһы бар. Ғаилә башлығы отец Сергий урындағы сиркәүҙә эшләй.  
Ғаилә ҡасабаға  һигеҙ йыл элек күсенә. Үҙ көстәре менән йорт төҙөп инәләр. Ағас, йылытыу  материалдарына тоҡанған утты һүндереү еңел  түгел, янғын һүндереүселәр өҫтәмә көс саҡыртты.  
Илдус Карамов, Өфөнөң янғынға ҡаршы көрәш идаралығы етәксеһе  урынбаҫары:  «Өйҙәгеләр эвакуацияланды.  Йәрәхәтләнеүселәр юҡ..Ғаилә башлығы эштә ине, ул ҡайтып етте Тәүҙә ҡасабаның үҙенән ике янғын һүндереү машинаһы килде. Унан өҫтәмә көс саҡыртырға мәжбүр булдыҡ. Әле урында  6 берәмек техника, утыҙ янғын һүндереүсе эшләй».
Гречушкиндарҙың иң ҙур ҡыҙҙарына ун биш йәш, кинйәләре һигеҙ айлыҡ ҡына. Балаларға мәктәптән күршеләрҙең  өйөнә ҡайтырға тура килде. Документтар, йылдар буйы йыйған милек юҡҡа сыҡты. Йортҡа төкәтеп эшләнгән гараждан да бер нәмә лә ҡалманы.      
Елена Молева, Гречушкиндарҙың күршеһе: «Балалар әле беҙҙең өйҙә. Беҙ янғынды тәҙрә аша күреп ҡалдыҡ. Күршеләребеҙ бында алты бала  менән күсеп килгәйнеләр. Үҙҙәре тырышып өй һалдылар. Торлаҡһыҙ ҡалыу  оло ҡайғы инде».
Елена Морозова, Гречушкиндарҙың  күршеһе: «Ауыр хәлдә ҡалдылар. Хет, ҡасабала йәшәүселәр  ярҙам итһен ине. Бик яҡшы ғаилә, балалары тәртипле. Беҙ сиркәүгә йөрөйбөҙ. Отец Сергий ҙа, матушка Наталья ла бик ихлас кешеләр. Өйҙәрен ҙурайтабыҙ тип ныҡ тырыштылар»
Тейешле органдар ут сығыу сәбәптәрен алда асыҡлар. Янғын һүндереүселәр фаразлауынса бәләгә электр үткәргес сәбәпсе булыуы ихтимал.
Уттан ҡалмай. Ҡотҡарыусы хеҙмәттәр  ваҡытында килеп етеү менән дә, йылдар буйы туплаған донъя күҙ алдында янып көл-күмергә әйләнде. Күп балалы ғаиләгә  торлаҡ эҙләргә тура киләсәк.  Күсемһеҙ милекте страховкалау ошондай фажиғәле хәлдәрҙә ҙур ярҙам булыуын иҫтә тотоу яҡшы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку