Урманда тағы шартлау 03.06.2015

Иглин районының Урман ауылындағы элекке хәрби частә  бөгөн янғын сыҡты. Ут был юлы ла хәрби келәттәргә  тоҡанды. Ҡалған хәрби припастар һәм дары шартлай.  Халыҡ эвакуацияланды. Ҡасаба эргәһендә оператив штаб төҙөлдө. Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.

Көндөҙ ҡасабала   кемдер өйөндә,  эштә, икенселәр баҡсаларында, ә бәләкәстәр балалар баҡсаларында булған. Тәүге шартлау тауышы ишетелеү менән уларҙы эвакуациялау ойошторолған. Меңгә яҡын кеше ҡасабанан ситкә  сығарылды. Көн эҫе. Күптәрҙең хәле бөтә, уларға медицина ярҙамы күрһәтелде.
Мәғлүмәттәр буйынса   арсеналда дарыны  юҡ иткән ваҡытта  снаряд йәшниктәренә ут ҡаба. Ҡасаба эргәһендә ҡотҡарыусыларҙың оператив штаб ойошторолдо. Ғәҙәттән тыш хәл урыны полиция вертолетында тикшерелде. Янғынды һүндереүгә бронләнгән махсус техника йәлеп ителде.
Марат Латипов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары:  «Янғын 100 квадрат ерҙә бара. Уны  һүндереү схемаһын  булдырабыҙ. Бронләнгән техника  килтерелә. Шәхси состав менән рисковать итә алмайым».
Урман ауылындағы хәрби часть биләмәһендә 2011 йылдың 26 майында ла көслө янғын сыҡҡайны. Хәрби келәттәге шартлау  һөҙөмтәһендә 800-ҙән ашыу йорт емерелде, меңәрләгән кеше торлаҡһыҙ һәм мөлкәтһеҙ ҡалды. Өс кешенең ғүмере өҙөлдө ,ә ҡайһы берәүҙәр ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалды.  Ул ваҡытта аяҡтарын юғалтҡан  Роза Михайловнаның тән һәм йән яралары уңалып та бөтмәгән,  ҡурҡыныс хәлдең тағы ҡабатланыуынан уның йөрәге әрней.
Билдәле булыуынса, биләмәлә шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү  «Вторметалл» асыҡ акционер ойошмаһына тапшырылғайны. Предприятие ҡалған боеприпастарҙы утилләштерергә тейеш була.  Әммә таҙартыу эштәре еренә еткереп башҡарылмаған.   Яҙ көнө   арсеналда снаряд шартлап  тағы бер кешенең ғүмере өҙөлдө.  Был юлы  зыян күреүселәр юҡ. Күптәрҙең шартлауға  иҫе лә китмәй, улар тыныс ҡына үҙҙәре йәшәгән йорт эргәһендә йөрөй.  
Ә эвакуацияланған халыҡ Иглин ҡасабаһындағы  балалар баҡсаһына, мәктәпкә ваҡытлыса урынлаштырыла. Балалар өйҙәрен  һағынып та өлгөргән. Уларҙың һүрәттәрендәге   тыуған йорт  менән   ҡояш- тыныс тормош хаҡындағы хыял.
Кис етеүгә шартлау тауыштары  һирәгәйҙе. Ҡасабала ҡойма ямғыр яуып  уҙҙы. Ҡайһы берҙәр  өйҙәренә  ҡайта башланы.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика