Урманда тағы шартлау

Урманда тағы шартлау 10.03.2015

Иглин районының Урман ауылында элекке хәрби ҡоралдар  келәттәре урынында  бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Оло Тәләк ауылында  йәшәгән 27 йәшлек егет 7 мартта ундағы снарядтарҙы йыйып металл өсөн тапшырырға тип барған. Фараздар буйынса уның менән тағы бер кеше булған, ул ҡайҙалыр китеп ғәйеп булған.

Егеттең яҡындары беҙҙең менән һөйләшергә теләмәүе аңлашыла. Егерме ете йәшлек   Иван Кусочкин әсәһе менән йәшәгән. Егет себерҙә эшләгән. Ауылда эш булмағас, элекке хәрби частең келәт урынынан ҡалған снарядтарҙы  йыйып уны һатып көн иткән.Урындағылар һөйләүенсә, ҡарауһыҙ ятҡан хәрби урын -  килем сығанағына әйләнгән. Төҫлө металл артынан китеп быға тиклем теге донъяға эләгеүселәр булмаһа ла боеприпастар шартлап  ғәрип булып ҡалыусылар бар.  
Урмандағы  2011 йылдағы  шартлауҙан һуң, элекке хәрби часть «Вторметалл» асыҡ акционер ойошмаһына тапшырыла. Әммә  шартлауҙан һуң  таҙартыу эштәре еренә еткереп башҡарылмай. Улай ғына ла түгел, унда эшкә ингәндәр эш хаҡы алалмай,ти урындағылар .
Урман  ауылы мәктәбендә өр-яңы тормош. Элеккеһенән шартлауҙан һуң  нигеҙе генә ҡалған була. Егерме йыл буйына хәрби частә эшләгән Надежда Беглова  белем усағында вахтер булып эшләй. Ул ҡасандыр  ҡоралдарҙы  төргәктәргә ураған.
Фажиғәнән һуң мәктәптә хәрби арсенал урынына инергә  ярамағанлығы хаҡында һөйләшеү үткәрелгән. Әммә .. тыйылған урынға ҡайһы бер   балаларҙың барып йөрөүен күреүселәр бар. Мәктәп директоры әйтеүенсә, улар  белем усағы эргәһендә йәшелсә лә  ултырта алмай, сөнки һәр ерҙән  снаряд ҡалдыҡтары  килеп сыға. Теләһә ниндәй ҡаҙыу эштәре фажиғә менән тамамланыуы мөмкин.    
2011 йылдың май айы. Урман ауылындағы хәрби келәттәрҙәге шартлау бөтә Рәсәйҙе шаңҡытты. Арсеналда һаҡланған артиллерия снарядтарының ярсыҡтары ҙур  радиусҡа һибелгән. Һөҙөмтәлә 2600 кеше йәшәгән ауылда 116 ғаилә бөтөнләй йортһоҙ ҡалды, күптәр матди зыян күрҙе. Ауылды төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылған, әммә бер кемгә лә кәрәкһеҙ булып ҡалған хәрби часть  гүйә әле һаман төтәй. Ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә, ул район хакимиәтенә, прокуратураға һәм эске эштәр министрлығына хат  хат яҙып ҡарай, әммә  бушҡа ғына.
Хәрби арсенал  урынына теләгән һәр кем үтеп йөрөй ала. Был хәүефле урындың ҡапҡалары   былтыр көҙҙән бирле  асыҡ тора. Быға тиклем унда дүрт йөҙҙән ашыу кеше эшләгән.Улар  хәҙер эшһеҙ.  Ә илде һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән   ҡорал  келәтәре юҡ ителгәндән һуң ул  халыҡтың ғүмере өсөн хәүеф менән янай. Тәүге  ҡорбан  бар. Бәлки ошонан һуң был проблемаға иғтибар итерҙәр.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку