Ун көн элек Кушнаренко районының Талбазы ауылында көслө ел һәм ҡойма ямғыр донъяның аҫтын-өҫкә килтерә

Ун көн элек Кушнаренко районының Талбазы ауылында көслө ел һәм ҡойма ямғыр донъяның аҫтын-өҫкә килтерә 15.07.2015

Ғәрәсәт егерме ете хужалыҡты емерә. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы урынлашҡан бинаға ла ярайһы зыян килтерә. Баҫыуҙарҙағы ашлыҡҡа өс миллион һумдан ашыу зыян килеүенә лә боҙ-ҡатыш яуған ямғыр сәбәпсе. Бөгөн ғәрәсәт булған ауылда йорттарҙың ҡыйыҡтары ябыла, биләмәләр сүп-сарҙан һәм емереклектәрҙән тулыһынса  таҙартылған.

Фәриҙә Фазлыева ғүмере буйы Талбазы ауылында йәшәгән.Ошо йортта иптәше менән өс бала үҫтергәндәр. Тик балалары бер- бер артлы фажиғәле вафат була. Ауыр ҡайғыға көслө дауыллы ямғырҙа йорт түбәһе, ихата эсендәге ҡаралтылары зыянланыуы өҫтәлә.
Бәлә-ҡаза әҙәм башынан йөрөй. Фәриҙә Фазлыева ауырлыҡтарҙы,яҙмыш һынауҙарын сабырлыҡ менән үткәреп килгән. Тормошондағы көсөргәнешле ваҡиғалар һаулығына ла зыян килтергән. Ул шәкәр диабетынан яфалана. Яңғыҙы ғына ейәнсәрен бағыусы Фәриҙә Фазлыеваға хакимиәт беренсе сиратта ярҙам күрһәтә. Бөгөн уның йорт түбәһе ҡалай менән ҡапланған. Ишек алды емереклектәрҙән таҙартылған.
Унынсы июль көнө бер ҡыйыҡ аҫтында ике ғаилә булып йәшәүсе  Зыязетдиновтар ғаиләһен дә аямай.Талбазы ауылының уҡытыусылар династияһы был  мөһабәт йортто ун йыл дауамында төҙөй. Яңы нигеҙгә сығыуҙарына дүрт кенә йыл
Зыязетдиновтарҙың бар йыйған мөлкәте полиэтилен менән ҡоршалған. Аҙ ғына ямғыр яуып үтһә лә түбәләрҙән һыу тамсылай. Йортта дым саманан тыш булыу арҡаһында электр менән дә һаҡ эш итәләр.
Ике фатирлы йорт хужалары мөлкәтен страховкалауҙан баш тартҡан. Сәбәбе - страховка хаҡтарының ҡиммәтлеге. Ямғыр тамсылай башлау менән улар хафаға төшә. Ошо болдор йорттағы берҙән-бер ҡоро урын.
Бер ҡыйыҡ аҫтында донъя көтөүсе Ғималетдиновтар һәм Зыязетдиновтарҙың мунса -һарайҙарын да көслө дауыл ҡыйрата, өҫтәүенә мәктәп һәм балалар баҡсаһы бинаһы урынлашҡан йорттоң харабалары ла туранан-тура улар йортона бәрелеп оса. Йорт ҡыйығын ҡороуға ете йөҙ меңдән ашыу аҡса сарыф итәсәктәр.
Күршеләрендә бина ҡыйығы ябыла, мәктәп һәм балалар баҡсаһы ремонт тамамланыу менән эш башлаясаҡ.
Тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күреүселәр Кушнаренко районының халыҡты социаль яҡлау бүлегенә  ғариза менән мөрөжәғәт итә ала. Әлегә ҡаза күреүселәрҙән унлап ғариза ҡабул ителгән.
Земфира  Буканова, Дүртөйлө ҡалаһы һәм районының халыҡты социаль яҡлау буйынса Кушнаренко бүлексәһе етәксеһе: «Ауыр тормош хәленә ҡалыусылар Башҡортотан хөкүмәтенең 410-сы ҡарары нигеҙендә ғариза менән мөрәжәғәт итеп 5 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам ала. Был ярҙам махсус иҫәпкә күсерелә.Әлеге ваҡтҡа зыян күреүсе унлаған хужа ғариза яҙған».
Кушнаренко районының Талбазы ауылында тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә райондың бөтә ойошмалары берҙәм ҡатнашҡан: өс йөҙҙән ашыу кеше һәм егерме берәмек техника ярҙамында утыҙ машина емерек ҡалдыҡтары һәм һынған ағастар сүплеккә оҙатылған. Ҡаза күреүсе ғаиләләрҙең тормош-көнкүреше район хакимиәтенең иғтибар үҙәгендә. Ғәрәсәттән зыян күреүселәр ихлас ярҙам ҡулы һуҙыусы етәкселәргә рәхмәтле.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика