Һуңғы тәүлектә Дүртөйлө һәм Ауырғазы райондарында теркәлгән юл ваҡиғаларында ике кеше һәләк булды 27.11.2014

Дүртөйлө - Нефтекама автомобиль юлының 14-се километрында төндә «Киа Рио» автомобиле ауа. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, водитель машинға идара итә алмай түңкәрелгән. Уның 23 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған. Водитель дауаханаға оҙатылған.

Ә Ауырғазы районында ике «Лада» автомобиле бәрелешкән.  Юл осрағы киске туғыҙҙар тирәһендә Талбазы - Дәүләкән юлында була. 10-сы модель водителе  боролошта идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы юлға сыҡҡанда «Лада Гранта»ға  бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель ваҡиға  урынында вафат була. Пассажиры менән «Гранта»ның  водителе дауаханаға оҙатыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика