Һуңғы өс көндә республика юлдарында 18 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған,18-е йәрәхәтләнгән

Һуңғы өс көндә республика юлдарында 18 авария теркәлгән, уларҙа  бер кеше һәләк булған,18-е  йәрәхәтләнгән 08.02.2016

Йоманан шәмбегә ҡарай төндә Өфө-Ырымбур трассаһының 15-се километрында ВАЗ автомобиле 42 йәшлек ҡатынды тапай. Күҙалланыуынса, ҡатын юлды тәғәйенләнмәгән урында сығып барған. Өфөгә юлланған 62 йәшлек водитель әйтеүенсә, ул йәйәүлене бик һуң күреп ҡала һәм машинаһын туҡтатып өлгөрмәй. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Уҙған йома һәм ял көндәрендә юлдарҙа 10 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған, 308 водитель руль артында эскән килеш тотолған. Уларҙың 21-е быға тиклем дә водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған. Бынан тыш, ял көндәрендә урланған 4 автомобиль табылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку