Һуңғы көндәрҙә һауа торошоноң тотороҡһоҙ тороуо, төбәктә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы бәләгә килтерҙе

Һуңғы көндәрҙә һауа торошоноң тотороҡһоҙ тороуо, төбәктә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы бәләгә килтерҙе 28.02.2017

Кисә кис көнө Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында өс бала ҡар аҫтында ҡала. Ауылдан йыраҡ булмаған һыу ярына тау шыуырға сыҡҡан малайҙар өҫтөнә ҡар ишелеп төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 10 йәшлек бер бала ҡар ҡатламы аҫтында ҡалып,аңына килә алмай,  фажиғәле һәләк була.

Тап ошо урында көтөлмәгән фажиғәгә тарый уйнарға сыҡҡан балалар. Мәктәптән һуң, ауыл янындағы Алсын-бай тауында шыуырға сыҡҡан дуҫтарҙың береһенең ғүмере өҙөлөр тип бер кем дә уйламағандыр. Бейек тауҙан өйгән ваҡытта, еүеш ҡар ҡатламы балаларҙың өҫтөнә  ишелеп төшә. Тулҡын Икәүһен ситкә этәрә, ә бына 10 йәшлек Йәүҙәт Рәжәпов  ҡар аҫтында ҡала. Ваҡытында килеп еткән өлкәндәрҙең дә, медицина хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы был осраҡта көсһөҙ булып ҡала. Бала дауахана юлында вафат була. Дүртенсе класс уҡыусыһы ғаиләлә көтөп алынған ир бала, әсәһенең ярҙамсыһы, өс туғанына терәк-таяныс була.
Урындағы биләмә ауылдарын текә тауҙар һәм йылғалар уратып алған. Шуға күрә белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса  даими рәүештә аңлатма эштәре алып барыла. Тик бәлә аяҡ аҫтында ята. Был осраҡта ата-әсәләрҙең дә, балаларҙың да уяу булыуы мөһим.
Республикала был миҙгелдә генә ошондай фажиғале ваҡиға икенсегә теркәлде. Мәғлүм булыуынса, күптән түгел ошондай уҡ осраҡ Өфө районының Тимашево ауылында булды. Тотороҡһоҙ һауа торошоноң, балаларҙың иғтибарһыҙлығы оло бәләгә килетереүен бер кем дә күҙалламай шул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика