Һуңғы көндәрҙә ҡарҙың күпләп яуыуы юл-транспорт ваҡиғаларының артыуына сәбәпсе булды

Һуңғы көндәрҙә ҡарҙың күпләп яуыуы юл-транспорт ваҡиғаларының артыуына сәбәпсе булды 06.01.2015

Стәрлетамаҡ - Салауат автомобиль юлының Наумовка ауылы эргәһендә ҡурҡыныс авария теркәлде. Фотоһүрәттән күренеүенсә, юл осрағы һөҙөмтәһендә ОКА автомобиле икегә бүленгән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт юҡ. Тағы ла бер осраҡ Өфө - Стәрлетамаҡ автомобиль трассаһының 49-сы километрында булған. Бында бер юлы ете еңел автомобиль һәм автобус бәрелешкән. Бәхеткә, һәләк булыусылар юҡ.  

Бөрө ҡалаһы эргәһендә теркәлгән аварияла  сит ил маркалы автомобиль водителе  ҡаршы юлға сығып  15-се моделгә бәрелә. Джип водителе менән уның пассажирын хәүефһеҙлек мендәре ҡотҡара, ВАЗ автомобиле водителе аңын юғалта. Уны салондан махсус ҡоролма ярҙамында сығаралар һәм урындағы дауаханаға оҙатыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика