Һуңғы ике аҙнала республика юлдарында һигеҙ ҡырағай йәнлек һәләк булған 21.05.2016

Улар ҡатнашлығындағы авариялар Өфө, Кушнаренко, Краснокама, Туймазы һәм Ейәнсура райондарында теркәлгән. Шуға ла Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы автоһәүәҫкәрҙәрҙе урман эргәһендәге юлдарҙа һаҡ булырға саҡыра.  

Йыл һайын яҙғы-йәйге осорҙа юлдарҙа ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында фажиғәле осраҡтар арта. Статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, хәүефле хәлдәр айырыуса иртәнге сәғәттәрҙә, эңер төшкән ваҡытта күпләп теркәлә. Юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү маҡсатында төнгө ваҡытта рулдәгеләргә тиҙлекте кәметеү, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү талап ителә, тиелә ведомство белдереүендә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика