Уҙған йома һәм ял көндәрендә республика юлдарында теркәлгән 23 аварияла 4 кеше һәләк булған, 19-ы йәрәхәтләнгән 25.01.2016

Шәмбе көн баш ҡаланың Ғафури урамындағы 101-се йорт ҡаршыһында 67 йәшлек ҡатын 266-сы маршрут буйынса барыусы ПАЗ автобусына тапала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ҡатын автобуста онотолоп ҡалған сумкаһы артынан йүгергәндә  тайып йығыла һәм ҡуҙғалып өлгөргән машинаның артҡы тәгәрмәсе аҫтында ҡала. Зыян күреүсе  дауаханала һәләк була.  

Шәмбе кис Нефтекама ҡалаһында «Нива» автомобилендә ултырған 32 йәшлек водитель идара итеү һәләтен юғалтып, электр бағанаһына бәрелә. Һөҙөмтәлә бетон бағана һынып, автомобиль өҫтөнә төшә.  Автомобилдең Татарстандан килгән пассажиры алынған йәрәхәттәрҙән йән бирә. Водитель дауаханаға оҙатыла.  
Өс көн дауамында юл инспекторҙары 10 меңгә яҡын хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған. 329 водитель руль артында эскән килеш тотолған. Бынан тыш, ике урланған автомобиль табылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика