Уҙған йома һәм ял көндәрендә республика юлдарында 19 авария теркәлгән

Уҙған йома һәм ял көндәрендә республика юлдарында 19 авария теркәлгән 14.03.2016

Уларҙа 3 кеше һәләк булған, 24-е төрлө йәрәхәттәр алған.  

Йома иртән Борай районында автомобилгә тапалған 55 йәшлек ирҙең кәүҙәһе юл ситендә табыла. Күҙалланыуынса, уны ҡараңғыла  Яңауылға таба юлланған үк төҫтәге «Вольво» йөк автомобиле бәреп киткән. Осраҡ тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белеүселәрҙең урындағы полиция бүлегенә шылтыратыуы һорала.
Ошо уҡ көндө кис Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының Благовар районындағы өлөшөндә «Дэу Гентра» автомобиле юл ситенә сығып түңкәрелә. Һөҙөмтәлә машинаның пассажиры һәләк була.
Өс көн эсендә инспекторҙар юлда ун меңләп ҡағиҙә боҙоу осрағы, 264 иҫерек водителде асыҡлаған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку