Уҙған ял һәм байрам көндәрендә республикала дүрт тиҫтәнән ашыу юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Уҙған ял һәм байрам көндәрендә республикала дүрт тиҫтәнән ашыу юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән 14.10.2014

Уларҙа туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән, 50-гә яҡыны төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Баш ҡаланың Карл Маркс һәм Пушкин урамдары киҫелешендә теркәлгән авария бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, водитель танытмаһы булмаған 18 йәшлек егет «Мерседес» автомобилендә светофорҙың ҡыҙыл утына үтергә теләй. Әммә ошо ваҡытта ул «Тойота Ленд Крузер»ға барып төртөлә. Фажиғәле хәлдә «Мерседес» водителе шунда уҡ һәләк була. Бер нисә сәғәттән уның иҫенә килә алмаған дуҫы ла вафат була. Ошо уҡ автомобилдә ултырған ике ҡыҙ менән егет дауаханаға һалынған. Ҡыҙҙарҙың береһе ауыр хәлдә. Шулай уҡ байрам көндәрендә Мәләүез районында теркәлгән авария ла фажиғәле тамамланды.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика