Уҙған ял көндәрендә республикала балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында ике янғын сыҡҡан

Уҙған ял көндәрендә республикала балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында ике янғын сыҡҡан 20.10.2014

Бөрө районының Бахтыбай ауылында йортта үҙҙәре генә ултырып ҡалған 2 йәштән 6 йәшкәсә өс бала шырпы менән уйнап, йорт йыһазын яндыра. Сабыйҙар ялҡындан ҡурҡып урамға сыҡһа ла,  был турала бер кемгә лә әйтмәй. Йорттан төтөн сығыуын күршеләре күреп ҡалып, янғынды үҙ аллы һүндерә.

Ә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында 8 һәм 5 йәшлек бер туған малайҙар урам эсендәге бесәнгә ут төртә. Һөҙөмтәлә бесән һаҡланған ағас ҡоролманың башы һәм ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән мал аҙығы  янып бөтә. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  янғын һүндереү бригадаһы ваҡытында килеп  етмәһә, матди зыян тағы ла күберәк булыр ине.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку