Уҙған ял көндәрендә республикала 34 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Уҙған ял көндәрендә республикала  34 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән 14.07.2014

Аварияларҙа 7 кеше һәләк булған, тағы ла 46-һы төрлө тән йәрәхәттәре алған.  

Борай, Салауат райондарында һәм  Күмертау ҡалаһында 3 автомобиль водительдәре идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып киткән. Һуңға осраҡта руль артында водитель таныҡлығы булмаған ҡыҙ ултырған. Дыуан районында 5-се һәм 14-се модель автомобилдәре бәрелеше һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк булған.  Белорет районында 10-сы модель водителе алодан барыусы Ниваны уҙырға теләгәндә, уға бәрелеп юл ситенә оса. Һөҙөмтәлә водительдең 22 йәшле кҡыҙы авария урында һәләк була, 11 йәшлек улы ауыр тән йәрәхәттәре ала. Йәкшәмбе көн иртән Стәрлетамаҡ районында әлегә асыҡланмаған автомобиль водителе 55-60 йәштәрҙәге ҡатынды тапап, фажиғә урынынан  ҡасып китә. Йәйәүле шунда уҡ һәләк була, әле полиция уның шәхесен асыҡлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика