Уҙған ял көндәрендә республикала 33 авария теркәлгән

Уҙған ял көндәрендә республикала 33 авария теркәлгән 21.07.2014

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған ял көндәрендә республикала 33 авария теркәлгән. Уларҙа 3 кеше һәләк булған, 48-е йәрәхәтләнгән. 259 водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған.  

Ял көнө иртән Краснокама районында «Лада Приора» автомобиле водителе тиҙлек режимын боҙоу һөҙөмтәһендә, электр бағанаһына барып бәрелгән. 27 йәшлек ир ваҡиға урынында һәләк булған. Туймазы районында руль артына эскән килеш ултырыусы 37 йәшлек водитель юлдан ситкә сығып китеп түңкәрелгән. Водитель шулай уҡ ваҡиға урынында һәләк булған. Уның пассажиры тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.  Йәкшәмбе көн иртәнге сәғәттәрҙә баш ҡаланың Салауат проспекты һәм Ғөбәйҙуллин урамдары киҫелешендә теркәлгән  юл-транспорт ваҡиғаһына тарыусылар ҙа үлемдән саҡ ҡотолоп ҡала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса  бәрелешкән өс автомобиль водителдәренең береһе эскән булған.  "Нексия" водителе ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Аварияла һәләк булыусылар юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика