Уҙған ял көндәрендә республикала 30 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Уҙған ял көндәрендә республикала 30 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән 18.05.2015

Уларҙа биш кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 36-һы төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған.

Йоманан шәмбегә ҡараған төндә Әлшәй районында  «Шкода Октавия» автомобиле түңкәрелгән. 38 йәшлек водитель вафат булған. Уның пассажиры дауаханаға оҙатылған. Краснокама районында ла «Сузуки» автомобиленең юлдан төшөп китеүе арҡаһында 43 йәшлек водитель һәләк булған. М-5 трассаһының Өфө районына ҡараған участкаһында «Фиат» менән унынсы модель ВАЗ бәрелешкән. Аварияла Рәсәй транспортында ултырған пассажирҙың ғүмере өҙөлгән,  ә алты кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. Зыян күреүселәр араһында бер йәшлек сабый ҙа бар.  Бынан тыш, үлемесле авариялар Октябрьский, Иглин һәм Дыуанда теркәлгән. Дөйөм алғанда, уҙған ике көндә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары тарафынан  6 мең ярым самаһы протокол төҙөлгән,  227 водителдең рулгә эскән килеш ултырыуы асыҡланған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика