Уҙған ял көндәрендә республикала 28 юл-транспорт осрағы теркәлде

Уҙған ял көндәрендә республикала 28 юл-транспорт осрағы теркәлде 06.06.2016

Уларҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, 49 кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Йома кис Өфө-Яңауыл юлының 145-се километрында өс автомобиль бәрелешә. Нефтекаманан Яңауыл йүнәлешендә барған 74 йәшлек водитель Лада Калина автомобилендә ҡаршы һыҙаттағы Камазға барып  төкәлә. Артабан уларға Калина артынан барыусы ВАЗ машинаһы ла өҫтәлә. Лада Калина водителе ваҡиға урынында уҡ һәләк була. Уның 65 йәшлек ҡатыны ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Камаз һәм Ваз автомобилдәре водителдәре, пассажирына ла медицина ярҙамы талап ителә.
Ә Стәрлетамаҡ районынының  Бугуруслан - Максимовка юлының беренсе километрында шәмбе кис Шевроле Ланос автомобиле юл ситенә оса. Уның  28 йәшлек водителе ҡаты йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Табиптар уның ғүмерен ҡотҡара алмай. Автомобиль пассажиры ла төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә.
Тағы ла бер ҡурҡыныс юл фажиғәһе йәкшәмбе кисендә Дәүләкән районында теркәлә. Александровка-Ҡоръятмаҫ юлының 12-се километрында ВАЗ машинаһы менән Газель бәрелешә.  Еңел автомобиль рулендәге 33 йәшлек ирҙең ғүмере шунда уҡ өҙөлә. Уның ҡатыны менән ете йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатыла. Йөк машинаһы водителе менән уның өс пассажирына ла медицина ярҙамы күрһәтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку