Уҙған ял көндәрендә республикала 21 урында янғын сыҡҡан 25.08.2014

Шуларҙың өсөһө Өфөлә теркәлгән. Утты һүндереү өсөн  49 берәмек техника һәм 128 хеҙмәткәр йәлеп ителгән.

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә. Быйыл йәй йәшендән бер нисә йорт-ҡаралты зыян күрҙе. Ял көндәрендә лә тәбиғәт күренешенән Нуриман районының Яңы Күл ауылында ағас һарай янды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика