Уҙған ял көндәрендә республикала 20 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән

Уҙған ял көндәрендә республикала 20 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән 26.10.2015

Унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, 30 кеше йәрәхәтләнгән.

Шәмбе йәйге тәгәрмәстәрҙә йөрөгән автомобиль ҡатнашлығында  үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө трассаһының 13-сө километрында «Лада Приора» автомобиле «Тойота» менән бәрелешә. Рәсәй машинаһында руль артында ултырыусы 71 йәшлек водитель, көслө ҡар яуыу сәбәпле, күреү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыға.
Динар Зиннуров, ЮХХДИ идаралығының пропаганда бүлеге хеҙмәткәре: «Юл фажиғәһендә «Лада Приора»ла ултырған өс йәшлек ҡыҙ һәм уның өләсәһе алған тән йәрәхәттәренән һәләк була. Шулай уҡ дүрт кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылды».
Юл-транспорт фажиғәһендә өс йәшлек ҡыҙҙың әсәһе лә ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Ҡатындың ғүмерен табиптар ҡотҡарып ҡала алмай. Бөгөн уның вафат булыуы тураһында мәғлүм булды. Ә «Приора» водителе  дауахананан сыҡҡан. Уның ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс янамай. Ә «Тойота» пассажирҙарының хәле яҡшырған, улар реанимация бүлегенән ябай палатаға күсерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика