Уҙған ял көндәрендә республикала 17 авария теркәлгән, юлда өс кеше һәләк булған, егерме кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған

Уҙған ял көндәрендә республикала 17 авария теркәлгән, юлда  өс кеше һәләк булған, егерме кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған 03.08.2015

Юл осраҡтарының береһе йәкшәмбе иртән Өфөнөң 8 март һәм Өфө районының Алексеевка ҡасабалары араһында була. Бында «Хендай акцент» автомобиле юл ситенә сығып ауа. Аварияла водителдең ғүмер өҙөлә. Хәйбулла районында ла Аҡъяр-Сибай автомобиль юлының 78-се километрында ошоға оҡшаш хәл теркәлә. Авария 17 йәшлек  пассажир ҡыҙҙың ғүмерен өҙә.

Кушнаренко районында Авдон - Подымалов юлының 37-се километрында «Тойота Камри» автомобиле ҡаршы юлға сығып «Форд Фокусҡа» бәрелә. «Форд» водителе ваҡиға урынында вафат була. «Тойота» хужаһы күп йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Бынан тыш, уҙған төндә М5 трассаһында  «Митцубиши Ланцер» автомобиле юл ситендәге кәртәгә бәрелеп, автомобиль үтәнән-үтә тишелеп сыға. Водитель менән 12 йәшлек пассажиры мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Водитель ауыр яраланған, уның ғүмере өсөн табибтар көрәшә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика