Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда 27 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән 07.12.2015

Уларҙа 4 кешенең ғүмере өҙөлгән, 33-сө  төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған тип хәбәр итә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Салауат Районында Мәсәғүт-Кропачево юлының 18 се километрында Фольксваген-Поло , ҡаршы һыҙаттан килеүсе Маз йөк машинаһы  аҫтына барып инә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдәге пассажирҙың ғүмере өҙөлә.  Өс сәғәт үткәндән һуң шул уҡ юлдың 16-сы саҡырымында йәнә бер Маз автомобиле менән 10 сы модель ВАЗ төкөшә. Ҡаза һөҙөмтәһендә 18 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлә, водитель һәм еңел автомобилдең тағы ла ике пассажиры тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Ял көндәрендә инспекторҙар 9 меңдән ашыу тәртип боҙоу осрағын асыҡлаған, 269 иҫерек водитель тотолған, ҡыуып алып кителгән 5 автомобиль табылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика