Уҙған йәкшәмбе Туймазы районында 5 кешенең ғүмерен өҙгән юл фажиғәһе теркәлде 22.05.2017

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Лада Калина» менән «Ниссан» автомобилдәре Октябрьский - Иманғол юлында  бәрелешкән. Һөҙөмтәлә «Лада»нан 4, сит ил маркалы автомобилдән бер кеше һәләк булған. Бынан тыш, ике кешенең йәрәхәтләнеүе хаҡында мәғлүмәт бар. Һәләк булыусыларҙың барыһы ла Октябрьский ҡалаһында йәшәгән. Башҡортостан буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспецияһы авария сәбәптәрен атаны.

Динар Ғилметдинов, ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: «Аварияның сәбәбе тиҙлекте арттырыу. Боролошта водитель идара итеү һәләтен юғалтып ҡаршы юлға сыҡҡан. Руль артына ултырыусының шулай уҡ водитель таныҡлығы булмаған. Яҡын көндәрҙә судмедэкспертиза һөҙөмтәләре лә  билдәле буласаҡ».
Саҡмағош районында фажиғә кисектерелгән. Унда инспекторҙар эскән килеш мәктәп автобусына идара иткән водитеЛде туҡтатҡан. Осраҡ бөгөн иртәнге сәғәт 11-ҙә Саҡмағош ауылында теркәлә. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 45 йәшлек автобус водителе рейсҡа медицина тикшереүе үтмәйенсә сыҡҡан. Уға ҡарата административ эш ҡуҙғатылған. Бынан тыш, иҫерек водителде рейсҡа сығарғаны өсөн яуаплы хеҙмәткәр ҙә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика