Уҙған төндә Сибайҙа йәшәүсе ир полицияға үҙенең ихатаһында мәйет табыуы тураһында хәбәр итә

Уҙған төндә Сибайҙа йәшәүсе ир полицияға үҙенең ихатаһында мәйет табыуы тураһында хәбәр итә 15.09.2015

Ҡурҡыныс табышҡа ул  ҡаланың Алтын ҡасабаһында юлыға. Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, йорт хужаһы төндә эт өрә башлағанға урамға сыға һәм ихатала кеше һөйөктәре ятыуын күрә.

Ир шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарын саҡырта. Ваҡиға урынын ентекләп тикшергән ваҡытта, эт ҡаҙып сығарған һөйәктәрҙең 20 сантиметр самаһы тәрәнлектә ятҡан булыуы беленә. Хужа әйтеүенсә, йортто ул бер йыл ярым самаһы элек  һатып алған. Шуға ла ихата алдындағы ҡәберҙең барлыҡҡа килеүе ваҡыты ҙур һорауҙар тыуҙыра. Әле осраҡ буйынса тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Улар шулай уҡ үлем сәбәптәрен дә асыҡлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку