Уҙған төндә М-5 трассаһында пропан тултырылған цистерналар янған 20.02.2017

Янғын һөҙөмтәһендә юлда күп километрға һуҙылған тығын барлыҡҡа килгән. Ваҡиға урыны уратып алынған. Асыҡланыуынса, яғыулыҡ "Зил" һәм "Вольво" йөк машиналарына тейәлгән булған.  

Автоһәүәҫкәрҙәр әйтеүенсә, янған яғыулыҡ еҫе ғәҙәттән тыш хәл урынынан алыҫҡа таралған. Янғын һүндереүгә 14 берәмек техника, 41 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Төнгө өсөнсө яртыларға ут тулыһынса һүндерелгән. Бәхеткә, һәләк булыусылар һәм  ҡаза күреүселәр юҡ. Әлеге ваҡытта осраҡ сәбәптәре асыҡлана, күрелгән матди зыян күләме иҫәпләнә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика